Уға шылтыратыусы үҙен Оборона министрлығы вәкиле тип таныштырған, ер участкаһын алыуҙа ярҙам вәғәҙәләгән. СМС код менән килгән һандарҙы әйтергә күндергән. Унан һуң Үҙәк банк, Федераль именлек хеҙмәте исемдәренән шылтыратҡандар. Енәйәт яуаплылығы менән янап 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулаҡса менән ышаныслы курьерға тапшырырға ҡушҡандар. Ҡатын алданыуын бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә аңлаған. Был хәлде полиция тикшерә.