"Урал аръяғы" форумында Төркиә һәм Беларусь менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлеге ҡарала. Был дәүләттәр вәкилдәре ҡатнашлығында эшлекле сессиялар уҙғарыла. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, сит илдәр менән хеҙмәттәшлек иҡтисади үҫешкә ҡеүәт бирә. Төркиә баҙары Башҡортостан тышҡы сауҙаһының 14,7 процентын алып тора, Белоруссияға 5,9 процент тура килә. Сибайҙа "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы август уртаһында үтә.