Рәсәйҙә яғыулыҡ баҙары көйләнә

  Күрелгән сараларҙың һөҙөмтәһе бар.  Вице-премьер  Александр Новак  белдеренсә,  нефть продукцияһы экспортын сикләү, етештереүҙа арттырыу, эске баҙарға  өҫтөнлөк биреү  һөҙөмтәһендә  яғыулыҡ  проблемаһы хәл ителә  башланы.  Күп төбәктәрҙә  сикләүҙәр бөтөрөлә,  сират кәмей.  Айырыуса иғтибар ауыл хужалыҡтарын яғыулыҡ  менән тәьмин итеүгә  йүнәлтелә.  Нефть эшкәртеү заводтары  Петербург биржаһында ла яғыулыҡ  һата башлаған.