Республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә тиерлек бензин менән ҡатмарлыҡтар күҙәтелә. Иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң иң ҙур 31 яғыулыҡ ҡойоу станцияһында 700-гә яҡын автомобиль сиратта торған. Ял көндәре менән сағыштырғанда транспорт саралары кәмегән, әммә Дим биҫтәһендә бензин бөтөү сәбәпле, көсөргәнешле хәл килеп тыуған. Айырым төбәктәрҙә сират арта ғына. Асҡын районында һыу баҫҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә бензинды һауыттарға тултырырға рөхсәт ителгән. Саҡмағош халҡынан билдәләнгән 30 литрлыҡ лимит урынына 20 литр ҡойоу тураһында хәбәр килгән. Властар был хәлде асыҡларға вәғәҙә бирҙе. Асҡарҙа ла ике «Башнефть» заправкаһының береһе генә эшләй. Сират икенсеһенә тиклем һуҙылған.
Хәйбулла районында ике көн дауамында яғыулыҡ менән өҙөклөктәр бар, Сибайҙа йәшәүселәр ҙа бензин булмауы хаҡында хәбәр итте. Йылайыр районы ла бөгөн иртән яғыулыҡһыҙ ҡалған, кисә махсус транспорт саралары ғына хеҙмәтләндерелгән. Килеп тыуған проблема Урал аръяғы төбәктәренең Өфөнән алыҫ урынлашыуына бәйле. Әле бензовоздар был биләмәләргә йүнәлтелгән. Был турала беҙҙең каналда үткән бөгөнгө брифингта Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин белдерҙе.