Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат төҙөлөшө 90 процентҡа тиклем теүәлләнгән. 70 урынға иҫәпләнгән социаль объект концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иҫке мәктәп бинаһына яңы һулыш. Оптимәлләштереү осоронан һуң, ун йыллап буш торған мәғариф учреждениеһында күләмле төҙөлөш эштәре алып барыла. Бынан ары ул ололар өсөн махсуслашасаҡ. Объектты тәртипкә килтереүҙә Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүселәр ҙә ихлас ҡатнаша. Хәниф Ғәлин өсөн мәҫәлән, бина икелетә ҡәҙерле. Ҡасандыр үҙе лә бында белем алған, мәктәп ябылғансы уҡытыусы булып эшләгән.
Ололар һәм инвалидтар йорто өсөн Иҫке Ғүмәр ауылындағы мәктәп осраҡлы һайланмаған. Беренсенән оҙаҡ йылдар файҙаланылмаған бер ҡатлы объект үҙгәртеп ҡороуға яйлы булһа, икенсенән урынлашҡан урыны уңышлы. Йүнселдәргә, ғөмүмән, республикала тиҫтәнән ашыу бина менән танышырға тура килгән.
Әйткәндәй, реконструкция концессия килешеүе нигеҙендә башҡарыла. Йә иһә төҙөлөшкә киткән сығымдар тулыһынса эшҡыуарҙар тарафынан ҡаплана. Әйткәндәй, ул республикала социаль партнерлыҡ нигеҙендә төҙөлгән алтынсы социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы.
Элекке мәктәп биләмәһендәге емешле ағастар, уңдырышлы тупраҡ буласаҡ учреждение маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға үҙе булышлыҡ итә. Барыһы ла ололар хәстәрлеген күреүгә, үҙҙәрен өйҙәге кеүек тойһон өсөн эшләнә, ти йүнселдәр.
Азат Ғәлиуллин