Башҡортостанда елек донорҙары реестры 17 мең кешегә етте

Республикала елек донорҙары реестры артҡан. Әле исемлектә 17 мең кеше иҫәпләнә. Лейкемия менән яфаланыусылар үҙ генетик игеҙәктәрен нисек таба? Сираттағы яҙмала.

Ләйсән Авзалова тормоштоң ауыр осорон үтергә ярҙам итә. Сөнки ул ҡасандыр үҙе лә ошо ҡатмарлы юлды үткән. Уға лейкемия диагнозы ҡуйылған Химия терапияһы, кимек матдәгә донор эҙләү-йәшәү өсөн көрәш. Генетик игеҙәк табыу ҙа күп ваҡыт талап иткән.

Ауырыуҙар үҙ донорын йылдар буйы көтөүе ихтимал. Ләйсән әле ремиссия осоро кисерә һәм башҡаларға донорлыҡ мәсьәләре менән ярҙам итә. Ауыр хәлдә ҡалғандарға юридик, психологик кәңәштәр бирә. Уға социаль селтәрҙәр аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Мин Ләйсәнгә йыш яҙам. Ул яуапһыҙ ҡалдырғаны юҡ һәм һәр саҡ ярҙам итә. Үҙе лә ошо ауыр юлды үткән кешенән кәңәш ишетеү өмөт, ышаныс уята.

Даша

Ҡан тапшырыу станцияһы хеҙмәткәре Ирина Фролова иһә донор. Ҡыҙ олон күҙәнәктәре талап ителгән ирҙең ғүмерен ҡотҡара. Ҡан тапшырыуын онотоп та бөткән була. Ике йыл үткәс донор булыу теләген һорап Санкт-Петербургтан шылтыраталар.

Процедура 5 сәғәткә яҡын барҙы. Бер ҡулдан компоненттар алдылар, икенсеһенә ҡанды кире ҡойҙолар. Процедура ауыртмай, плазма тапшырған кеүек кенә һиҙелә.

Ирина Фролова, донор

Һигеҙ йыл элек республикала донор булыуға мең тирәһе кеше иҫәптә торған. Бөгөн улар 17 мең. Шуға ҡарамаҫтан, башҡа кеше матдәһенә мохтаждар кәмемәй.

Әйткәндәй үҙ донорың менән ике йылдан һуң күрешергә рөхсәт ителә. Әгәр ике яҡ та быға риза булһа ғына үҙеңдең ҡотҡарыусыңдың күҙенә ҡарап рәхмәт һүҙҙәре әйтергә мөмкин.