Башҡортостанда башҡорт стилендәге кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар тегелә

Башҡорт стилендә яһалған кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар. «Башҡорт сувениры» ойошмаһы ҙур заказ өҫтөндә эшләй. Балалар лагерҙары, төрлө сараларҙы биҙәйәсәк ҡурсаҡтар тегә. Поролон һәм төрлө туҡымалар ҡулланып һын яһала, оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәр костюм да тегә, биҙәүестәр ҙә эшләй. Ижад майҙанын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күрҙе.

Бала саҡта тегенсе булырға теләгән Фәниә Битҡолова 56 йәшендә үҙ хыялын тормошҡа ашыра. Ғүмере буйы хәрби-диңгеҙ флотында ашнаҡсы булып эшләгән ханым һөнәрен ҡырҡа үҙгәртеп, «Башҡорт сувениры» ойошмаһына эшкә урынлаша. Әле ул сираттағы ҡурсаҡ өсөн кейем тегеү менән мәшғүл.

Фәниә Битҡолова 2-се төркөм инвалиды. Әммә был ижад итергә ҡамасауламай. «Башҡорт сувениры» ойошмаһында тағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән дүрт хеҙмәткәр эшләй. Һәр береһе ҡурсаҡ тегеүҙә үҙ өлөшөн индерә. Әле улар ҙур яуаплылыҡ менән сираттағы заказды үтәй.

Сифатлы хеҙмәт күрһәтеүсене оҙаҡ эҙләнек. Республика, Рәсәй ойошмаларның эштәре менән таныштып сыҡтыҡ. Үҙебеҙҙә эшләгән «Башҡорт сувениры» предприятиеһында туҡтаныҡ. Яҡын арала был ҡурсаҡтар тарихи квест үткәреүҙә ҡулланыласаҡ.

Гүзәл Горбунова, «Уңыш академияһы» үҙәге генераль директоры, заказ биреүсе

Тегенселәр алдында кеше буйлыҡ 18 ҡурсаҡ эшләү бурысы ҡуйыла. Башҡорт һылыуы, башҡорт егете, бал ҡорто, шүрәле һәм башҡалар. Ҡурсаҡтар киләсәктә ҡала һәм республика кимәлендә балалар өсөн ойошторолған сараларҙы биҙәйәсәк. Тегенселәргә Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы студенттары ла ярҙам итә. Әле ҡурсаҡтарҙың күбеһе әҙер, тағы 5-үен эшләп бөтөргә ҡалған.

Ҙур заказды башҡарыу менән бер рәттән «Урал батыр» проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 11 ҡурсаҡ әҙерләнә. Эпосҡа таянып уйын да уйлап сығарылған. Проект балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә тәҡдим ителәсәк.

Эскиз яһар өсөн студенттарҙы йәлеп иттек. Һомай, Самрау, Йәнбикә, Йәнбирҙе образдарын эшләп бирҙеләр. Әле ҡурсаҡтарҙы тегәбеҙ. Шулай уҡ өҫтәл уйынын уйлап сығарҙыҡ. Уны ла һынайбыҙ.

Винера Белова, «Башҡорт сувениры» ойошмаһының проекттар координаторы

«Башҡорт сувениры» ойошмаһы Урал батыр проекты менән «Рәсәй уйынсығы» конкурсында ла ҡатнаша. Барлыҡ этаптарҙы уңышлы үткән осраҡта башҡорт эпосы тураһында тотош ил мәктәптәрендә беләсәктәр.

Әлфинә Килдейәрова