Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакидаһына әҙерлек бара

  Был тема ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә  ҡаралды. "Рәсәй  спортсылары араһында спартакиада Өфөлә  тәүге тапҡыр үтә. Триатлон буйынса ярыштар 1 августа Йылы  күлендә старт ала. Турнир өс этапта уҙғарыла  - йүгереү, велосипед һәм  йөҙөү. Август-сентябрь айҙарында  спортсылар велосипед спорты,  ишеү слаломы, йөҙөү, фехтование һәм көрәш  буйынса ярыштарҙа  ҡатнаша", - тип белдерелде. Турнир үткән көндәрҙә ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт сикләнеүе ихтимал.