Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары ирекмән-остаз була ала

Уҡытыу курстары башланды. Ирекмән-остаздар йәштәр менән эшләйәсәк. Республика йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 70-кә яҡын ветеран яңы белем ала. Улар үҫмерҙәрҙе аңларға өйрәнә, йәштәр психологияһы буйынса курстар үтә. Ирекмән-остаздар төрлө патриотик сараларҙы ойоштороу, уларға йәштәрҙе ылыҡтырыу буйынса эш алып барасаҡ.