Башҡортостанда патриотик тәрбиә буйынса координация советы яңырҙы

  Уның составына  ике ағза  ҡушылды.  Совет рәйесе  урынбаҫары  итеп  вице-премьер  Алексей  Касьянов  тәғәйенләнде. Шулай  уҡ  составка  Республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары  Фәнүр Шәйхисламов алынды. Радий  Хәбировтың указына ярашлы,  совет Республикала  патриотик тәрбиә  биреүҙә власть органдары, йәмәғәт ойошмалары  һәм ведомстволар эшен көйләү өсөн булдырылған.