Туймазы районында пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы районындағы сәнәғәт объектына террористик һөжүм яһаған дошман пилотһыҙ осоу аппараттары ҡыйратылған. Зыян күреүселәр юҡ. Осоу объектының өлөштәре төшкән урында янғын сыҡҡан, әле ут һүндерелә. Урында оператив хеҙмәттәр эшләй.