Көньяҡ илдәргә сәйәхәт күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Белгестәр бәләгә тарымаҫ өсөн прививка яһарға кәңәш итә. Табиптар әйтеүенсә, кешеләр алыҫ юлға йыйынғанда кәрәк-яраҡтарын теүәлләй, әммә привика хаҡында онота. Был үҙ сиратында күп проблемаларға килтереүе ихтимал. Сөнки серәкәйҙәрҙең тешләүе малярия, һары биҙгәккә һәм Зика вирусын йоҡтороуы мөмкин. Малярияның тәүге билдәләлре ике аҙнанан һуң ғына барлыҡҡа килә, температура күтәрелә, баш ауырта. Ваҡытында дауаланмағанда ғүмергә лә хәүеф янай. Һары биҙгәкте грипп менән бутарға була. Әммә был ауырыуҙан дауалау ысулы юҡ, тик прививка ғына ҡотҡара ала. Ә бына Зика вирусы йөклө ҡатындарға, буласаҡ әсәйҙәргә тиҙ йоға. Һәм ул тәү сиратта яралғыны зарарлай, мускулдарға зыян килтерә.