Ғафури районында «Атайсал» проекты буйынса шифалы шишмә майҙаны яңыртылды

Ғафури районы Курорт ауылында шишмә майҙаны төҙөкләндерелгән. Биләмәне Красноусол шифаханаһы «Атайсал» проекты сиктәрендә тәртипкә килтергән. Файҙалы сифаттарға бай минераль һыуҙы һәр кемгә алырға мөмкин. Төҙөлөш проекты сиктәрендә шишмә майҙанында юл түшәлгән, һыу торбаһы яңыртылған һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Һәр кемгә шифалы һыу. Курорт ауылы эргәһендә төҙөкләндерелгән шишмә биләмәһенә урындағы халыҡ күпләп йыйылды. Быға тиклем ташландыҡ хәлдә булған һыу майҙаны ике ай эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Яңыртылған шишмә сығанағында һәр кем шифалы һыу алып тәләфләнгән майҙансыҡта ял итә ала.

Красноусол шифаханаһы районға туристарҙы йәлеп итеү, муниципалитеттың социаль тармағын үҫтереүҙә төп учреждение һанала. «Атайсал» проекты ла район биләмәләрен тәртипкә килтереүҙә үҙ өлөшөн индерә.

Һуңғы йылдарҙа Красноусол шифаханаһы яңырыу осорон кисерә. Бында дауалау-диагностика, спорт-һауыҡтырыу комплекстары, СПА үҙәге асылды, тәжрибәле табиптар штаты киңәйтелде, өҫтәмә диагностика, физиотерапия төрҙәре сафҡа инде, ашханала, бассейнда капиталь ремонт эштәре атҡарылды. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская төҙөкләндереү эштәре менән танышты.

Рәсәйҙә билдәле шифаханала 800 кешегә ял итеү, һаулығын нығытыу өсөн шарттар тыуҙырылған. Күләмле реконструкциянан һуң ял итеүселәр һанын тағы ла арттырыу мөмкин буласаҡ, сөнки яңы корпустарҙа өҫтәмә бүләмәләр йыһазландырыла. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ял итеү өсөн путевкалар ҡаралған. Һуңғы дүрт йылда шифахананың килеме бер нисә тапҡыр артҡан, тимәк район үҫешенә йәлеп ителгән ихтисади ярҙам күләме лә киңәйә.

Ф. Миһранова