Хәрбиҙәр комплекслы медицина һәм психологик дауаланыуҙы бушлай үтә ала. Бындай мөмкинлек республиканың 32 дауаханаһы һәм 2 шифаханаһында булдырылған. Бынан тыш, сәләмәтлекте Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә тергеҙергә була. Дауаланыу курсы нисек бара? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
«Инйәр» ҡушаматлы яугирҙың ҡаты яраланыуына теүәл бер йыл. Мәскәүҙә операция ткәрә, оҙайлы дауаланыу курсы ала. Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә иһә бер аҙна самаһы реабилитация үтә. Аяҡҡа баҫырға «вертикализатор» ҡоролмаһы ярҙам итә. Көн һайын йөкләмә арттырыла бара, әле «Инйәр» 30 минутҡа тиклем бер ҡыйынлыҡһыҙ баҫып тора ала. Яңынан үҙаллы атлай башлауға ышаныс ҙур, ти табиптар.
Реабилитацияны яугирҙар ғына түгел, уларҙың яҡындары ла үтә ала. Андрей Васильев-хәрбиҙең атаһы. Умыртҡа һөйәген имгәткәндән һуң, әле тәүге аҙымдарын яһай. Барыһы ла тәжрибәле инструктор күҙәтеүе аҫтында.
Гимнастика, магнит терапияһы, виртуаль ысынбарлыҡ һәм башҡа төр реабилитация саралары. Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә яугирҙар ике йүнәлеш буйынса сәләмәтлеген нығыта: терәк-хәрәкәт аппараты, үҙәк һәм переферик нерв системаһы ауырыуҙары менән сирләгән пациенттарға ярҙам күрһәтелә. Реабилитация 12 көндән алып бер айға тиклем дауам итә. Йүнәлтмәне хәрби комиссариат йәки поликлиника аша алырға була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар ҙа амбулатор шарттарҙа дауаланыу үтә.
Дауалау-физкультураһы, физиотерапия, массаж кабинеттары, «Хәрәкәт итеү мәктәбе»... Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһының «Өфө» филиалында яугирҙарға протездар етештереүҙән тыш, адаптация үтергә лә ярҙам кңрһәтелә. Роман Нурисламов былтыр йәй хәрби бурысын үтәгәндә минаға эләгеп аяғынан яҙа. Яңы йыл алдынан протезлы була.
Аяҡ-ҡул протездары, тутор, корсет һәм бандаждар етештереүҙән тыш, табан йәрәхәте алғандар өсөн махсус аяҡ кейеме эшләнә. Шулай уҡ Протез-ортопедия предприятиеһы Оборона министрлығы менән дәүләт контракты сиктәрендә республикала протездарҙың спорт төрҙәрен етештереүсе берҙән-бер ойошма булып ҡала.
Әлфинә Килдейәрова