Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына «берҙәм тәҙрә» режимында төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең төбәктә ойошторолған «Ғаилә ҡунаҡханаһы»нда Йәрмәкәй, Бәләбәй, Туймазы һәм Октябрьский вәкилдәре ҡатнашты. Клуб үҙ эшен ике йыл элек Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалында геройҙарҙың туғандары менән осрашыуҙан башланы. Бөгөн авторлыҡ проекты республиканан ситтә лә танылыу алған күләмле хәрәкәткә әүерелгән.
Осрашыуҙа «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Тап социаль координаторҙар Берҙәм ярҙам үҙәктәрендә халыҡты ҡабул итә. Күптән түгел бындай үҙәктәр Бәләбәй һәм Туймазы ҡалаларында эшләй башланы. Йыл аҙағына тиклем ул Йәрмәкәй районында ла үҙ ишектәрен асасаҡ.