Махсус хәрби операция яугирына мотоцикл, рация һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары. Был бүләктәрҙе «Сова» ҡушаматлы яугирға Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Өфө эшҡыуары тапшырҙы.
Өфө автосалоны етәксеһе Павел Шибаев алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә тәүге көндән алып ярҙам итә. Был юлы «Сова» ҡушаматлы яугирҙан мотоциклға һорау килеп төшә. Автосалон егеттәре техниканы тәүҙә төрлө сайттарҙан эҙләп ҡарай, әммә кәрәкле моделде тапмай. Шунан Павел Шибаев үҙенең былтыр ғына алған мотоциклын бүләк итергә хәл итә. «Сова» ҡушаматлы яугир әйтеүенсә, мотоцикл яу ҡырында иң кәрәкле техника, уның менән хәрби заданиеларға ла, яралыларҙы эвакуациялауға ла, көндәлек йомоштарға ла йөрөргә мөмкин. Алғы һыҙыҡтан ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙға Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ла үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Улар яугирға көслө рациялар, каскалар, хәрби кейем һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары алған.