Офтальмолог Мөхәррәм Бикбов донъяның иң тәүге 2 процент йыш цитатаға алынған ғалимдары исемленә инде. Халыҡ-ара исемлек планетаның иң көслө фән эшмәкәрҙәрен туплаған. Башҡортостан профессорының эштәре лә донъяуи кимәлдә баҫтырылған абруйлы журналдарҙа йыш телгә алына. Тотош Ер шары текләп тороған ғилми эштәргә нигеҙ ҡайҙа һалына? Айнур Кәбиров репортажында.
Операция алдынан һәр пациент менән йылы әңгәмә. Тәү сиратта кешенең күңел күҙен асыу мөһим, ти Мөхәррәм Мөхтәррәмович. Һуңынан ғына бар иғтибар маңлай күҙенә. Тотош бер ғилми тикшеренеүҙәр үҙәген етәкләүгә ҡарамаҫтан олфтальмолог Мөхәррәм Бикбов һаман да операциялар яһауын туҡтатмай.
Тап шул фәнни эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә Мөхәррәм Бикбовҡа тотош донъя күҙ төбәп тора. Офтальмолог иң күп телгә алынған ғалимдар исемлегенә инде. Халыҡ-ара рейтинг артында тотош коллектив хеҙмәте тора, ти ул.
Ғилми эш бында бер генә мәлгә лә туҡталмай. Мөхәррәм Мөхтәррәмович үҙе белгәндәрен йәштәргә өйрәтергә тырыша. Ә офтальмология өлкәһендә тапшырыр белем күп. Был китапханала ғына мәҫәлән 10 меңдән ашыу әсбап күҙ ҡараһылай һаҡлана. Мөхәррәм Бикбовтың ғилми статьялары ғына меңгә яҡын. Йәштәрҙең белемгә күҙен асыу беҙҙең эштә төп йүнәлеш, ти тәжрибәле офтальмолог Миңнулла Әбсәләмов.
Ғилми эш китапта ғына ҡалмай. Асыштар ғәмәлгә лә ашырыла. Дарыуҙар ғына түгел, белгестәр хатта медицина ҡорамалдары ла етештерә. Сауҙаға сығарылған препараттар йәнә фәнде алға әйҙәүгә этәргес бирә.
Клиника, фән, белем биреү һәм етештереү. Өфө күҙ ауырырыуҙары фәнни тикшеренеү институтының төп эшмәкәрлеге. Был тулы цикл учреждениеға үҫеш тәьмин итә. Һөҙөмтәлә халыҡ-ара танылыу. Юғарынан яҡшыраҡ күренә,шулай ҙа иң мөһиме пациенттар күҙлегенән баһа, ти табиптар.
Айнур Кәбиров