Мәктәптәрҙә ремонт август аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. 1 сентябргә уҡыусылар яңыртылған, заманса кластарға уғырға барасаҡ. Тап ошондай мәктәптәрҙең береһе тураһында беҙҙең киләһе сюжетта.
40-сы мәктәптең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Анастасия Конобеева кабинеттағы һүрәттәрҙе үҙе төшөрә. Уның фекеренсә, класс балалар өсөн күңелле лә, уңайлы ла булырға тейеш. Анастасия Конобеева дәрестәр генә алып бармай, ә уҡыусылар өсөн йылы һәм илһамлы мөхит булдырырға тырыша. Йәш педагог тәҡдиме менән һәр кабинет тематик һүрәттәр менән биҙәлә.
Педагогтың башланғысын мәктәп директоры Альбина Уразова ла хуплай. Ремонт «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендәге федераль программа ярҙамында тормошҡа ашырыла. Кабинеттар, ашхана, спорт залы һәм сантехника заманса талаптарға ярашлы ремонтлана.
Капиталь ремонт программаһының төп маҡсаты-балалар өсөн уңайлы һәм заманса шарттар булдырыу. Башҡортостанда йәй аҙағына тиклем барлығы 36 мәғариф учреждениеһында капиталь ремонт эшләнә. Тимәк, уҡыусылар яңы уҡыу йылын яңыртылған мәктәптәрҙә ҡаршы аласаҡ.
Зарема Әминева