Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн үҙенсәлекле экскурсия ойошторҙо

Ҡурсаҡтар донъяһына сәйәхәт. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн үҙенсәлекле экскурсия ойошторҙо. Сара тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылыуына ҡарамаҫтан, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе ҡалаларынан килеүселәр ҙә булды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына экскурсия ишектән ингән ерҙән үк башланды. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары мәҙәниәт учреждениеһына бәйле ҡыҙыҡлы факттар менән танышты. Реконструкциянан һуң, элекке бинанан ҡалған ҡомартҡы әйберҙәрҙең ҡайҙа файҙаланылыуын күрҙе. Бәләкәй, ҙур залдар менән танышты.

Әлеге ваҡытта спектаклдәр ҡуйылмай. Шулай ҙа беҙ тамашасы менән һәр саҡ бергә ҡалабыҙ. Улар бында бәләкәй һәм ҙур залдарҙы, театр кафеһы, музейын ҡарай ала. Ҡурсаҡтар һаҡланған складҡа ла инеп сығырға мөмкин. Шулай уҡ, мөғжизә тыуҙырған рәссамдарҙың эштәре менән танышырға була.

Светлана Захарова, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының архив һәм музей мөдире

Әлеге ваҡытта актерҙар йәйге ялда. Ә ҡайһы бер цехтарҙа хеҙмәткәрҙәр яңы ижад миҙгеленә әҙерлек эштәрен алып бара. Ҡурсаҡтар яңыртыла, декорациялар тегелә. Быларҙы экскурсияла ҡатнашыусылар үҙ күҙҙәре менән күрҙе, театрҙың шаршау артындағы серҙәрен систе.

Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры быйыл 95-се ижад миҙгелен ҡаршылай. Тәүге спектаклдәр 7 авгусҡа уҡ билдәләнгән. Шулай уҡ әлеге үк ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс экскурсиялар ҙа ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин