Яңауылдар ураҡҡа төштө. «Победа» хужалығы 694 гектарҙа сәселгән ужым рапсын сабыуға тотондо. Тотош донъяла киң таралған майлы культура булыуға ҡарамаҫтан, рапс етди иғтибар талап итә. Заманса техника, ер әҙерлеге һәм урыу ваҡыты ла теүәл һаҡланыуы шарт. Кире осраҡта килем ерҙә ятып ҡаласаҡ. «Победа» хужалығы өсөн ужым рапсы яңы культура. Әле баҫыуҙарҙа 3 комбайн эшләй. Тәүге 10 тонна уңыш яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, ти белгестәр.
Рапстан тыш «Победа» хеҙмәтсәндәренә ужым бойҙайы, арпа һәм көнбағышты йыйып алыу бурысы тора. Ураҡ барлығы 4 мең гектарҙа башҡарыласаҡ. Көнө генә торһон, башлаған эш-бөткән эш, ти яңауылдар.