Ялған таныҡлыҡҡа эйә водитель пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Архангел районында «Лада Ларгус»ты туҡтатҡан. Салонда 6 кеше, шул иҫәптән йөклө ҡатын һәм балалар ултырған.
Тикшереү барышында рулдәге ирҙең документы ялған булыуы асыҡлана. Фото ла, йәш тә, исем-шәриф тә водителдеке менән тап килмәй. Өҫтәүенә, хәүефһеҙлек ҡайышы ла тағылмаған була. Водитель тәүҙә барыһын да йәшерергә маташа, әммә ысынбарлыҡта уның транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеүе асыҡлана. Пассажирҙар ташыуҙы туҡтатмаҫ өсөн 56 йәшлек ир 15 мең һумға ялған водитель таныҡлығы һатып алған. Инспекторҙар закон боҙоусыны ҡулға ала. Автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған. Ялған документ ҡулланған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Ә был «Фольксваген» водителе инспекторҙарҙан ҡасырға маташа. М-5 «Урал» трассаһында ул экипажды күреү менән туҡтай һәм сит ил номерын Рәсәйҙекенә алмаштыра. Эҙәрлекләү барышында, ҡағиҙә боҙоусы бер нисә тапҡыр ҡаршы һыҙатҡа сыға. Водителгә 6 административ статья буйынса материал төҙөлә. Машина махсус туҡталҡаға ҡуйыла. Хоҡуҡ боҙоусыға юғары күләмдә штраф һәм йыл ярымға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү янай.