Һарыһыу йылғаһы һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, бер метрға һайыҡҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Үршиҙе, Сураш, Ҡамаш һәм Солтанбәк ауылдары ихаталарынан һыу китеп, халыҡ үҙ йорттарына ҡайта башлауын хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр урындағы халыҡҡа зыян күргән участкаларҙан һыуҙы һурҙырырға, тергеҙеү эштәрендә ярҙамлаша. Төбәктә гидрологик хәл даими күҙәтеү аҫтында ҡала.