Батухан Баймендың гениаль линогравюраһы Өфөлә. Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында данлыҡлы Ҡаҙағстан рәссамының күргәҙмәһе дауам итә.
Батухан Баймен үҙ илен, тарихын яратҡан билдәле графист, новатор. «Аҡ һәм ҡара» тип аталған күргәҙмәлә авторҙың фәләсәфәүи мәғәнәле ижад емештәре урын алған. Күргәҙмә яуызлыҡ менән яҡшылыҡтың, көн менән төндөң, ғүмер менән үлемдең көрәшен сағылдыра. Аҡлы-ҡаралы картиналарға оҙаҡ ҡарап торһаң, алтын далалар, зәңгәр офоҡтар, сикһеҙ киңлектәр күҙ алдына баҫа һымаҡ. Белгестәр Батухан Баймендың ижадын мәҙәниәт донъяһындағы асыш, ә Өфөләге күргәҙмәне тарихи ваҡиға тип иҫәпләй. Ул Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы дуҫлыҡтың сағылышы ла булып тора.