Быйыл Башҡортостанда иген уңышы юғары

Әле һәр гектарҙан уртаса 45 центнер ярым һуғалар. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре  буйынса уҙған йылдың июль аҙағында был күрһәткес 32 центнер булған. Бөгөн  егерменән ашыу районда ураҡ бара. Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1 миллион 300 мең гектарҙа үҫтерелгән.