Стәрлетамаҡ-Раевка юлында ремонт дауам итә

Әлшәй районында 6 километрҙа яңы асфальт түшәлгән. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли  проектына ярашлы башҡарыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юл ике районды тоташтыра. Тәүлегенә 16 мең автомобиль үтә. Йыл аҙағына тиклем  Стәрлетамаҡ-Раевка юлында ремонтты  тулыһынса тамамлау планлаштырыла.