Был - ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек биләмәһе, тип билдәләй Радий Фәрит улы. Уҡыусылар һәм студенттар хәрби әҙерлек үтеп кенә ҡалмай, уларҙа тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләнә. - Бында хәрби һәм трофей техникаһы экспозицияһы бар. Шулай уҡ "Партизан ауылы" тигән музей-күргәҙмә комплексында булырға мөмкин. Бар объекттар блиндаждар рәүешендә күрһәтелгән, архив фотоһүрттәре, хәтирәләр буйынса буйынса тергеҙелгән. Штаб, медицина пункты, мунса, кухня, ҡорал һәм хәрби припастар келәте, - "Партизан ауылы"нда ысын мәғәнәһендә тарихҡа ҡағылырға була. Барығыҙға ла матур ялдар, -тип яҙа Радий Хәбиров.