Өфө халҡын "Ҡашҡаҙан" паркындағы күлдә һыу инеүҙең хәүефле эҙемтәләре тураһында иҫкәрттеләр

  Бында  церкариоз ауырыуы тураһында  иҫкәртеүсе  таҡталар урынлаштырылған. Һыу инеү миҙгеле башында ошондай сир йоҡтороусылар теркәлгән. Церкариоз - һыу ҡоштарының паразит  гельминаттары  арҡаһында килеп сыға. Был паразит кеше өсөн ҙур хәүеф тыуҙырмай, әммә тиренең ҡыҙарыу, ҡысыу симптомдары булыуы  мөмкин, тип  хәбәр итәләр Ҡуллланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау  хеҙмәтенән.