Өфөлә спорт объекттары Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итеүгә әҙер

Федераль спорт саралары  дирекцияһының эшсе төркөмө ошоно раҫланы.  Спартакиадала спорттың 43 төрө  буйынса  ярыштар була.  Улар илдең 7 төбәгендә  шул  иҫәптән Башҡортостанда  үтә. Беҙҙең республикала  спорттың 6 төрөндә  ярышалар, 1 меңдән ашыу  атлет килеүе көтөлә.  31 июлдән  4 авгусҡа  тиклем велосипедсылар уҙыша.  1 августа  триатлон буйынса турнир старт ала.  Унан  һуң фехтование,  йөҙөү, ишеү слаломы, көрәш буйынса  ярыштар ҡаралған.