Башҡортостанда яғыулыҡ сифаты даими контролдә тотола

Был турала Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яғыулыҡ баҙарындағы хәлгә арналған брифингта белдерҙе. Уның әйтеүенсә, стандарт булмаған эш шарттарына ҡарамаҫтан, бензин сифатының түбәнәйеүе теркәлмәгән. Һуңғы 3 аҙна эсендә халыҡтан яғыулыҡ сифатына ялыуҙар килмәгән. Халыҡ шулай уҡ бесән миҙгеле башланыуға бәйле, һауыттарға бензин тултырыуға сикләүҙәрҙең ҡасан бөтөрөләсәге тураһында һорай.