Өфөләге Йылы күлдә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йәнә иҫкә төшөрҙөләр

Өфөнөң Йылы күлендә ике кеше һыу ҡорбаны булған. Урында баш ҡаланың төрлө ведомство белгестәре ҡатнашлығындағы сираттағы профилактик рейд үтте. Күл буйында ике рәсми пляж эшләүенә ҡарамаҫтан, биҫтә халҡы рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙе хуп күрә. Ҡыҙғанысҡа, күңелһеҙ тамамланған осраҡтар теркәлеп тора. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Йылы күле Инорс биҫтәһендә йәшәүселәрҙең яратҡан урыны. Ләкин уның һәр яғы ла ял итеү өсөн тәғәйенләнмәгән. Урындағы халыҡ ҡайҙа яҡын шунда һыу инә. Хәүефһеҙлек был осраҡта бөтөнләй иңҡар ителә.

Ҡотҡарыусыларҙың маҡсаты иҫкәртеү һәм шул рәүешле үҙ теләге менән упҡынға төшөүселәрҙе мөмкин тиклем күберәк йолоп алыу. Профилактик саралар Өфөнөң төрлө ведомство белгестәре ҡатнашлығында үтә. Шул иҫәптән, дежурға мәктәп уҡытыусылары ла сыға.

Ике бәхетһеҙ осраҡ та тап ошо һыу ятҡылығында теркәлгән. 2001 йылғы ҡыҙҙың кәүҙәһе һаманғаса табылмаған. Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында ял итергә яратыусыларҙы һаҡ һәм уяу булырға саҡыра.

Азат Ғәлиуллин