Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарарға Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында ҡапыл һыу күтәрелеүе сәбәпсе булған. Туҡтауһыҙ ямғырҙар арҡаһында шулай уҡ һыу объекттары бысранған. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып әлеге ваҡытта балаларҙы яр буйҙарына яңғыҙ ебәреү ҡәтғи тыйыла. Хатта бала йөҙә белһә лә, һыуыҡ һыу һәм көслө ағым оло фажиғәгә килтереүе ихтимал. Шуға ла улар һәр ваҡыт күҙ алдында һәм даими күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Өфө пляждарындағы тыйыу билдәләре гидрологик хәл тотороҡланғанға тиклем ғәмәлдә ҡала. Сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.