«Халыҡ төшкө ашы» тип аталған социаль сарала хаҡлы ялдағы өлкән быуын вәкилдәре, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек тупланмалары фасовкаланды. Хәйриә сараһы Башҡортостанда төбәк аҙыҡ-түлек банкының эш башлау датаһы сиктәрендә ойошторолдо. Был банк төбәктә ике йыл элек 2024 йылдың 19 июленән эшләй башланы. Ҡарабойҙай, борсаҡ, тары, дөгөнө ҡаптарға тултырыуҙа 4 команданан торған өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты. Улар хаҡлы ялдағылар менән эшләгән студент төҙөлөш отрядтары ағзалары, Ғаилә,хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡортостан башлығы фонды хеҙмәткәрҙәре.
Был аҙыҡ-түлек тупланмаһы республиканың 16 районында йәшәгән 100 ашыу мохтаж ғаиләгә тапшырыласаҡ. Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар, янғында зыян күреүселәр, етемдәр аҙыҡ -түлек туплаусы ойошманың айырым иғтибар үҙәгендә.