Сураш ауылында медицина хеҙмәткәрҙәре һыу баҫҡан мәлдә лә пациенттарҙы ҡабул иткән. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин уларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Пермь крайында быуа йырылыу сәбәпле Асҡын районында бер нисә ауылда йорт-ихаталар һыу эсендә ҡалғайны.