Махсус хәрби операция башланғандан алып урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре фронтҡа 3 мең 800 кубик метр ағас оҙатҡан. Был материалдар көнкүрештә, блиндаж-нығытмалар төҙөүҙә ҡулланыла. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәр гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнаша.