Башҡортостанда десантсылар көнө уңайынан тантаналар үтәсәк

2 августа "Еңеү" һәм "Тулҡын" парктарында сәскәләр һалына. "Патриот" паркында "Геройҙар ярышы" ойошторола, ижади коллективтар концерты ҡаралған.  Шулай  уҡ  десантсыларҙың  хәрби әҙерлеге  буйынса,  парашютсылар, пилотаж төркөм сығыштары  була. "Ҡанатлы  пехота", Һауа-десант ғәскәрҙәре  көнө  йыл һайын 2 августа билдәләнә.