Был аҙнала баҡсасылар көнө билдәләнде. Ер эшен яратыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Һуңғы йылдарҙа баҡсасылар республика етәкселегенең даими иғтибарын тойоп йәшәй, форум ойошторола, инфраструктура программалары тормошҡа ашырыла, гранттар, субсидиялар бүленә. Быйыл республика ярҙамы менән 55 баҡсасылар ширҡәтенә 18 километрға яҡын юлдарҙы төҙөкләндереү планлаштырыла. Баҡсасылар иғтибар, хәстәр менән ҡәнәғәт. Сөнки күптәр өсөн баҡса- йәйге ял йорто ғына түгел, үҙ продукцияңды һатып аҡса эшләү мөмкинлеге лә, хатта даими йәшәү урыны ла. Баҡсасыларҙың байрам кәйефен БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Гөлсиә Ситдиҡова сәскә-йәшелсә түтәлдәренә һыуҙы көнөнә ике тапҡыр, иртәле-кисле ҡоя. Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында кеше генә түгел үҫемлектәр ҙә һыуға, дымға мохтаж. Уның ҡарауы, әлеге һымаҡ эҫе көндәрҙә баҡсала тын алыуы ла, йоҡлауы ла рәхәт, ҡаланың таш йорттарындағы һымаҡ тынсыу түгел, ти хужалар. Һуңғы йылдарҙа баҡсасылар ширҡәтенә Република етәкселеге яғынан да иғтибар артҡан, ифраструктара яҡшыртылған.
Башҡортостан башлығының баҡсасыларға ярҙам программаһына ярашлы уҙған йылда ике километр оҙонлоғондағы юл төҙөкләндерелгән, ул меңәдн ашыу кеше йәшәгн өс баҡсасылар ширҡәтен хеҙмәтләндерә. Ике йөҙгә яҡын баҡсала йыл әйләнәһенә ҡалалар. Хәҙер бында бер уйһыҙ, хәсрәтһеҙ йәшәргә мөмкин. Баҡсабыҙ ысын мәғәнәһендә ожмах мөйөшөнә әйләнде, бар уңайлыҡтар тыуҙырылыды, ти хужалар.
Эргәлә генә урынашҡан «Самишки» баҡсасылар ширҡәте лә Республика етәкселегенең иғтибарын тойоп йәшәй. Бында Башҡортостан башлығы грантына баҡсаға ингән юлдарға ике аҡыллы шлагбаум ҡуйылған, урамдарға 13 күҙәтеү камераһы урынлаштырылған. Баҡсасылар әйтеүенсә, камиллыҡтың сиге юҡ, шарттар тыуҙырылған һайын, тағы ла яҡшыраҡ йәшәге килә. Хужалар үҙ көсө менән спорт майҙансығы эшләгән, хәҙер ул балалар тауышынан гөрләп тора.
Баҡсасылар ширҡәтенә ингән ерҙәге ябыҡ туҡталышты ла хужалар үҙҙәре ҡуйған. Сөнки баҡсала тәүлек әйләнәһенә йәшәгән ғаиләләр күп, уҡыусылар ошо туҡталыштан мәктәп автобусына ултырып китә. Аҡыллы объект эсенә бармаҡ эҙҙәре буйынса ғына инергә мөмкин.
Һуңғы дүрт йылда республикала 300-гә яҡын баҡсасылар ширҡәтенә илткән 109 километр юл ремонтланған. Быйыл иһә тағы ла 17 километр ярым юлды тәртипкә килтереү ҡарала. Был инде үҙ сиратында 10 меңгә яҡын баҡса участкаһының хужалары төҙөк юлдан йөрөйәсәк тигән һүҙ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә иғтибар осраҡлы түгел, беҙ был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә алтынсы урында торабыҙ, Башҡортостанда 1 мең 500 баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә.
Р.Кәримова