Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урында

Республика шифалы эсемлекте етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Йыл һайын төбәктә 3 мең ярым тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә. Уны бешеү буйынса Өфө йылҡысылыҡ заводы алдынғылар иҫәбендә. Хужалыҡта башҡорт тоҡомло 500 самаһы йылҡы малы бар. Тәүлегенә бер тоннанан ашыу һөт һауыла. Был күрһәткес август башына тағы ла артыр тип көтөлә. Нәғимә Джафарова хужалыҡта 6 йыл эшләй. Яҡшы һауым алыу өсөн бейәләр менән һәр саҡ матур мөғәләмә итеү кәрәк ти ул.