Башҡортостан Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡаршы алырға әҙерләнә

Күләмле сара алдынан белгестәр Өфөнөң төп спорт майҙансыҡтарын-Көрәш һарайы, Фехтование, Ишкәкле слалом үҙәктәрен, шулай уҡ триатлон һәм асыҡ һыуҙа йөҙөү буйынса ярыштар үтәсәк Йылы күлде ҡараны. Эшсе төркөмдә ҡатнашыусылар республиканың Спорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә инфраструктураны әҙерләү мәсьәләләрен һәм ярыштарҙы ойоштороу мәлдәрен тикшерҙе. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы барышында Башҡортостанда бөтәһе алты спорт төрө буйынса ярыштар үтәсәк. Төбәккә 1500-гә яҡын ҡатнашыусы килеүе көтөлә.

Башҡортостан йыйылмаһында әле күнекмәләрҙең һуңғы этабы бара. Төбәк данын иң көслө спортсылар яҡлаясаҡ. Уларҙың береһе-олимпия чемпионы Тимур Сафин. Спорт программаһы бер аҙнанан башлана. Велоспорт буйынса ярыштар баш ҡаланың ҡаланың көнсығыш сығыу урынында һәм Шишмә районында 31 июлдән 3 авгусҡа тиклем, ә триатлон-1-2 августа уҙа