Башҡортостан диңгеҙселәре Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн билдәләне

Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Был байрам Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға, диңгеҙ флотында эшләп хәүефһеҙлек тәьмин итеүселәргә, тармаҡ ветерандарына бағышлана. Диңгеҙселәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай, алғы һыҙыҡта ил именлеге өсөн көрәшә. Башҡортостандан хәрби-диңгеҙ флотында 37 меңдән ашыу кеше хеҙмәт иткән. Рәсәйҙең 37 адмиралы сығышы менән республиканан. Төбәктә хәрби-диңгеҙ флотын һаҡлаусылар сафын тулыландырыу өлкәһендә эш даими алып барыла. Контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө балалар диңгеҙ үҙәгендә буласаҡ диңгеҙселәр тәрбиәләнә.

Башҡортостанда диңгеҙ флоты традицияларын һаҡлауға иғтибар бүленә. Республика ҡарамағында бер нисә һыу аҫты хәрби судноһы бар. «Өфө» исемен алған сик буйы хәрби карабы һәм шул уҡ исемле һыу аҫты кәмәһе улар иҫәбендә. Диңгеҙселәр Еңеү паркында ойошторолған байрамда йыл һайын йыйылып хеҙмәт осорон һәм дуҫ-иптәштәрен иҫкә ала.