Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сәмле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған 800 кеше көс һынашты. Әүҙем ял ваҡытын яратыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, аграрийҙар, хоҡуҡ һаҡсылары булды. Улар волейбол, футбол, күңелле старттарҙа ҡатнашты. Ярыштар балалар араһында ла ойошторолдо.
Спорт майҙансығында ылаҡ, уҡтан атыу кеүек милли уйындар ойошторолдо. Ҡунаҡтар бай йөкмәткеле концерт ҡарап көс-дәрт тупланы. Призлы урындар алыусы командаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Спорт ере фестивалендә еңеүсе республика данын Рәсәй кимәлендәге ярышта яҡлаясаҡ.