Башҡортостан предприятиеһында роботтар етештереүҙе яңы кимәлгә күтәрҙе

Дәүләт ярҙамынан тыш роботтар ҙа эшләмәй. Баш ҡаланың «Техномаш» предприятиеһы сәнәғәтте үҫтереү фондының ташламалы кредиттары ярҙамында производстоны тулыһынса автоматлаштырыуға өлгәшкән. Хәҙер цехтарҙа роботтар эшләй. Улар йылытыу системаһында ҡулланылған коаксиаль торбалар етештерә. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Радмир әле тап эшкә өйрәтеү менән шөғөлләнә. Кещеләрҙе түгел, ә роботтарҙы. Торбаларҙы йыйыу бер тәртипә генә туплау, конвейерға һалыу, ҡаптарға тултырыу кеүек мәшәҡәттәр «тимер» ҡулдарҙа буласаҡ. Әле баҙнатһыҙ ғына ҡыланған роботтар хәрәкәтенә тиҙҙән күҙ ҙә эйәрмәйәсәк, ти Радмир.

Предприятие коаксиаль торбалар, сендвич мөрйәләр һәм йылытыу ҡаҙанлыҡтары етештерә. 6 йыл элек эшләй башлауҙарына ҡарамаҫтан, етештереү күләмдәре ярайһы уҡ ҙур. Әлбиттә, хөкүмәт ярҙамы менән. Роботтар ҙа сәнәғәтте үҫтереү фондының ташламалы займдарына һатып алынған.

3 процентлыҡ ставка менән кредит алыу етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеге бирә. Был роботтарҙы ла беҙ сәнәғәтте үҫтереү фонды аша алдыҡ. Шулай уҡ көҙгә ҡарата ла дәүләт ярҙамы менән файҙаланабыҙ. Сөнки тап ошо осорҙа беҙҙең торбаларға иъхтыяж арта. Ярҙамһыҙ продукция күләмен арттырыу мөмкин түгел.

Ренат Хөбөтдинов, предприятие етәксеһе

Быйыл әйләнеште 1 миллиард һумдан арттырырға иҫәп тоталар. Роботтар ярҙамы менән был маҡсат ғәмәлгә ашырлыҡ, ти предприятие етәкселеге. Тап улар торбалар етештереүҙе тулыһынса механизациялау эшенең һуңғы этабы.

Йәғни, деталдәр күп етештерелә, ә ҡул көсө уны ҡороп, әҙер продукция яһап өлгөрә алмай. Роботтар производстволағы тығындарҙы юҡҡа сығарасаҡ.

Айнур Кәбиров