Шишмә районы Уҙытамаҡ ауылындағы заманса элеваторға быйыл һуғылған яңы уңыш килтерелә башланы

Элеваторҙа башлыса ужым бойҙайы ҡабул ителә-тап әлеге ваҡытта республикала әүҙем урып-йыйыу башҡарыла. Шулай уҡ элеватор майлы культураларҙы ла ҡабул итергә әҙер. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Элеваторға быйылғы ужым культураларын тейәгән камаздар ағыла.. Бынан тыш, арпа, һоло, майлы культура көнбағыш һәм рапс та ҡабул итәләр. Элеваторҙың производство технология лабораторияһы белгестәре һәр партияны ентекле анализлай.

Белгестәр пробаларҙы һайлап ала һәм төп күрһәткестәрҙе баһалай. Улар араһында дымлылыҡ, елемсә һәм аҡһым иң мөһим күрһәткестәрҙән һанала.Әгәр иген артыҡ дымлы булһа, ул һаҡлауға һалыр алдынан киптерелә. Быйыл иген артыҡ дымлы түгел.

Ҡый үләне ҡушылмалары миҡдары,ҡоротҡостар йәки бәшмәк ауырыуҙарын билдәләүгә айырым иғтибар бүленә.Элеватор заманса производство-техник лаборатория менән йыһазландырылған, ул аттестацияланған һәм хатта иген экспортерҙарынан аккредитация үткән. Ә партиялар тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәйҙәр. Был ҡануниәт талабы.Иң мөһиме элеваторҙың үлсәүҙәре лә тигеҙ тарта.

Сменаһына элеватор ашлыҡ тейәлгән етмешләп йөк машинаһын ҡабул итә.Элеватор ҡайһы бер осраҡтарҙа оҙайлы киптереүһеҙ эшләй, был игендең тәбиғи үҙенсәлектәрен һаҡлауға ла ыңғғай йоғонто яһай, ти белгестәр.Ә сифатлы иген бөртөктәрен һаҡлау өсөн заман талабына яуап биргән ангарҙар ҡоролған.

Ә был иләктәр аша иген сүптән таҙартыла.Сәғәтенә 100 тоннаға яҡын иген үткәрелә, һуңынан киптереү ҡоролмаһына ебәрелә. Тауар игене Рәсәй төбәктәренә һатыуға сығарылһа, рапс менән көнбағыш экспортҡа оҙаыла.

Игенселек менән шөғөлләнеүсе аграрийҙар өсөн төп факторҙарҙың береһе-урып йыйыу осорондағы тотороҡло һауа шарттары. Иң мөһиме көслө яуым-төшөм булмаһын. Әлеге ваҡыттағы ыңғай шарттар игенде ҡоро килеш йыйып алыу мөмкинлеген бирә.

Был элеваторҙа иген һаҡлағыстар, сорттарға айырыу, киптергестәр бөтәһе лә Рәсәйҙә етештерелгән һәм йыйылған. Был биләмәлә бөтәһе 24 мең тонна юғары сифатлы ашлыҡ һаҡларға була.

Гүзәл Борханова