Ил президенты Владимир Путин педагогтарҙың статусын нығытыу һәм берҙәм ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Яңы ҡағиҙәләрҙең йәштәрҙең дә, тәжрибәле уҡытыусыларҙың да ихтыяжын күҙ уңында тота. Өҫтәмә ташламалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Учалы районынан Альберт Сәфәрғәлин тәжрибәле уҡытыусы, балаларға физика буйынса белем биреүҙән тыш, роботехника түңәрәге лә алып бара. Уҡыусылары район. республика кимәлендәге конкурстарҙа сығыш яһай. Мәғариф системаһына, педагогтарға иғтибар артыуы ҡыуаныслы, ти ул.
Яңы указға ярашлы, «Ххеҙмәт ветераны» статусын алыу өсөн мәғариф учреждениеһында 25 йыл эшләү шарт. Йәғни, элек ветеран таныҡлығы дәүләт наградаһы нигеҙендә бирелһә, хәҙер педагогик стаж буйынса ла юлларға ммөкин. Документ уҡытыусының статусын билдәләй һәм социаль гарантиялар исемлеген киңәйтә.
Владимир Путиндың указы белем усағында яңы эш башлаған йәштәргә остазлыҡты ла, электрон белем биреү ресурстарына һәм һанлы китапханаларға бушлай инеүҙе лә күҙ уңында тота. Бынан тыш, уҡытыусылар һөнәри эшмәкәрлек буйынса бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә. Педагогтар өсөн берҙәм таныҡлыҡ өлгөһө әҙерләнәсәк.
Педагогтар фекеренсә, мәғариф системаһына иғтибарҙы арттырыу, уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү күптән кәрәк ине. Был белем биреү сифатын күтәрелеүгә лә килтерәсәк, ти хеҙмәт ветераны, 40 йылға яҡын мәғариф системаһында эшләгән Әнисә Ғәйнетдинова.
Указға ярашлы балалар баҡсаларына ҡабул иткәндә педагогтарҙың балаларына өҫтөнлөк биреү ҡарала. Белгестәр фекеренсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Шифаханаларға ташламалы юлламалар бирелә, ауыл еренә эшкә барғандарға Башҡортостан башлығы гранты тапшырыла.
Р. Кәримова