«Шүлгән-фест» дуҫтарын йәйге байрамға йыйҙы

Быйылғы байрам музей асылыу көнөнә бағышланды. Хәҙер инде йолаға әүерелгән фестиваль йылына ике тапҡыр-ҡыш һәм йәй ойошторола.

«Шүлгән-фест»тың әһәмиәте-халыҡ уйындары, турнирҙар, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар аша ҡунаҡтарҙы борондан килгән башҡорт мәҙәниәтенең байлығы менән таныштырыу. Милли көрәш буйынса Урал батыр, уҡтан атыу буйынса Шүлгәнташ кубогына көс һынашыуҙа төрлө район вәкилдәре ҡатнашты. Фестивалдең матур биҙәге-кәсепселәр йәрминкәһе. Оҫталар үҙ ҡулдары тыуҙырған матурлыҡты һатып ҡына ҡалманы, ә уларҙы эшләп тә күрһәтте ҡурайҙа, ҡумыҙҙа көй сығарырға өйрәтте.

Күңелдәргә рух өҫтәгән, күтәренкелек биргән сағыу милли фестиваль амфитетарҙа ҙур концерт менән тамамланды. Башҡорт эстрадаһының билдәле артистары ҡатнашҡан сара ике меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы.