Башҡортостанда милли проекттарға 35 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

Был сумманың 41 проценты тотонолған. Премьер-министр Андрей  Назаров  белдереүенсә, быйыл республикала  ике  күпер  файҙаланыуға тапшырылған,  7 коммуналь инфраструктура  объекты  ремонтланған, 4 ҡатын-ҡыҙ консультацияһы асылған, 10 йәмәғәт биләмәһе  тәртипкә  килтерелгән. Йыл аҙағына тиклем  36 мәктәп,  6 балалар баҡсаһы һәм  6 колледжын капиталь төҙөкләндереү. 143 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә  килтереү,  83 яңы автобус алыу планлаштырыла.