Социаль селтәрҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр кәмегән

Бер аҙнала "Инцидент-менеджмент" системаһында 4 мең 892 хәбәр теркәлгән. Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса  идаралығы  етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, иң күп мөрәжәғәттәр биләмәләрҙе  төҙөкләндереүгә, тәртипкә килтереүгә ҡағылышлы.  Шулай уҡ халыҡты юлдар проблемаһы борсой. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, яғыулыҡ темалары  буйынса ла яҙыусылар байтаҡ булған.