Башҡортостанда урып-йыйыу эштәренә яғыулыҡ етерлек

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бөгөн ураҡ барған райондарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Бәләкәй хужалыҡтарға  ярҙам  өсөн төбәк операторҙары билдәләнгән. "УфаОЙЛ" һәм "Баштрейд" ойошмалары аша, тура килешеүҙәр менән июль-сентябрь айҙарында 36 мең тоннанан ашыу  яғыулыҡ алыу планлаштырылған.  Күрелгән саралар һәм булған запас урып-йыйыу техникаһын тулыһынса тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, -тине Илшат Фәзрахманов.