Өфөлә "Ҡояшлы ямғыр" тигән сквер барлыҡҡа килә

Октябрь проспекты янындағы биләмәгә халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыры исемен биреү тәҡдим ителә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эргәлә Рәми Ғарипов  йәшәгән йорт урынлашҡан. Шулай уҡ уның исемен йөрөткән гимназия-интернат бар. Шағир үҙе лә тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәттә булған, йорт тирәләй  ағастар ултыртҡан. "Ҡояшлы  ямғыр" исеме буйынса халыҡ фекере  31 июлгә тиклем өйрәнелә.