Уға шылтыратыусы үҙен телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәре тип таныштырған. Домофонды ҡулланыу өсөн мәғлүмәттәрҙе яңыртыу кәрәклеген әйткән. Унан һуң Роскомнадзор, Үҙәк банк исеменән шылтыратып шәхси мәғлүмәттәрҙең асылыуы тураһында иҫкәрткәндәр, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн бар аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Ир кеше 420 мең һумын күсергән, алданыуын һуң ғына аңлаған.