Өфөлә Көрәш Һарайы янында мәғариф һарайы барлыҡҡа килде

Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. 1 сентябрҙә “Глумилино-2 биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп ишектәрен аса. Уны урындағы халыҡ бик көтә – йәш, әүҙем район, бында балалы йәш ғаиләләр йәшәгән йорттар күп. Бина 88-се мәктәптең икенсе корпусы була. Төп төҙөлөш эштәре тамамланған, мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Алда файҙаланыуға тапшырыу һәм лицензиялау эштәре тора. Уҡытыу профилдәренең төрлөлөгө- яңы мәктәптең үҙенсәлеге. Бында биоинженер, кадет, спорт, IT, бизнес-кластар асыу ҡарала. Спорт кластары көрәш Һарайы һәм спорт мәктәптәре менән берлектә эшләйәсәк. Кадет кластары уҡыусылары хәрби эш, бейеүҙәр, хәрби тарих буйынса түңәрәктәр һәм секцияларға, грек-рим көрәше буйынса дәрестәр һәм күнекмәләргә йөрөй ала. "Заманса мәктәптәр матур, иркен, яҡшы йыһазландырылған, белем биреүгә яңы алымдар менән булырға тейеш. Беҙ быға ынтылабыҙ”-, тип яҙған Радий Хәбиров.